Милли проекттар
3 Июль 2024, 04:30

Был юлда кеше күп йөрөй

Булгаков-Боҙаяҙ юлы участкаһын ремонтлау эштәре өс айға алдараҡ тамамланған.

Был юлда кеше күп йөрөйБыл юлда кеше күп йөрөй
Был юлда кеше күп йөрөй

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Булгаков – Боҙаяҙ юлын ремонтлау өс айға алдараҡ тамамланды. Ҡырмыҫҡалы районының Бекетов ауылы янындағы 1,8 километр оҙонлоҡтағы юл участкаһы норматив хәлгә килтерелде. Подрядсы ойошма фрезерлау, тигеҙләү ҡатламын һәм япмаһын ҡороу эштәрен башҡарған, юл ситтәрен нығытҡан һәм юлға тамға төшөргән. Был эштәргә 26,8 миллион һум йүнәлтелгән.

– Әлеге юл ҙур тиҙлекле һәм кешеләр күпләп йөрөгән Өфө агломерацияһында урынлашҡан. Көн һайын уның аша 1300-ҙән ашыу автомобиль үтә. Шуға күрә уны тейешле хәлгә килтереү мөһим, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда милли проект сиктәрендә Башҡортостандың Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында 38 километр төбәк һәм муниципаль-ара юлдар ремонтлана. Был 2023 йылға ҡарағанда алты километрға күберәк. Юлсылар эштәрҙе 14 участкала башҡарасаҡ.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас