Милли проекттар
4 Июль 2024, 03:30

Белоретта эштәр быйыл да дауам итә

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты Белорет ҡалаһында йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндерә.

Белоретта эштәр быйыл да дауам итәБелоретта эштәр быйыл да дауам итә
Белоретта эштәр быйыл да дауам итә

Йыл һайын Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙамында яңынан-яңы йәмәғәт киңлектәре төҙөкләндерелә. Был республиканың тышҡы ҡиәфәтен яҡшы яҡҡа үҙгәртә – быға тиклем бер ни менән дә әһәмиәтле булмаған урындар ҡабатланмаҫ атмосфера һәм колорит ала. Һөҙөмтәлә Башҡортостан халҡының йәшәү сифаты һәм уңайлылығы яңы кимәлгә сыға, ә республика буйлап йәйәү йөрөү сағыуыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ була бара.

Мәҫәлән, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса Белоретта ҡала халҡы өсөн мөһим ижтимағи киңлектәрҙе төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барыла. Ағымдағы йылда ҡалала ике яңы биләмә төҙөкләндереләсәк: ЗАГС эргәһендә һәм Ағиҙел күпере артындағы яр буйында, шулай уҡ Блюхер һәйкәле артындағы паркта һәм Уҡытыусылар скверында эштәр дауам итәсәк.

ЗАГС эргәһендә төп эш күләме башҡарылған: юлдар һалынған, бордюрҙар түшәлгән, майҙансыҡ уртаһында ике йөрәк рәүешендә инсталляция урынлашасаҡ, унда йәштәр фотоға төшә аласаҡ. Бынан тыш, аркалар, эскәмйәләр, матур яҡтыртҡыстар урынлаштырыласаҡ, видеокүҙәтеү камералары монтажланасаҡ.

Ағиҙел күпере янындағы яр буйын төҙөкләндереүҙе ҡарау майҙансығынан башлағандар, подрядсы уның өсөн нигеҙҙе әҙерләгән дә инде. Матурландырыу проекты түшәмдәрҙе яңыртыуҙы һәм төҙөүҙе, паркты яҡтыртыуҙы һәм бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыуҙы, йәйәү йөрөү юлдарын һәм тәбиғи материалдарҙан ял итеү урындарын йыһазландырыуҙы күҙ уңында тота. Яр буйы биләмәһендә балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Белорет районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас