Республикала “Башҡортостанда оҙон ғүмер” иң яҡшы тәжрибәләр фестивале башланды. Ул “Демография” милли проекты маҡсаттарына ярашлы 2020 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла.
Положениеға ярашлы, 2024 йылда фестиваль ике этапта ойошторола. 1 июлдән 10-ына тиклем муниципалитет хакимиәттәре булышлығында “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектының иң яҡшы тәжрибәләрен һайлап алыу, уларҙы зона турында тәҡдим итеү ойошторола. 16 июлдән 16 авгусҡа тиклем төп зона турҙары уҙа. Һәр команда районда йәки ҡалала “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектының ни тиклем әүҙем тормошҡа ашырылыуын күрһәтеү өсөн видеоролик һәм визит карточкаһы тәҡдим итә. Фестивалдең һуңғы этабы августың икенсе яртыһында Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙа. “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектының иң яҡшы тәжрибәһен тәҡдим иткән командалар наградалар аласаҡ.
– Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектының төрлө йүнәлештәрен үҙ эсенә алыуы мөһим, сөнки проект ете бүлектән тора: “Һаулыҡ”, “Туризм”, “Физик культура”, “Мәҙәниәт һәм ижад”, “Ирекмәнлек һәм остазлыҡ”, “Өлкән быуын граждандарын эш менән тәьмин итеү һәм уларҙың килеме кимәлен күтәреү”, “Өлкән быуын граждандарын уҡытыу”, – тип аңлатма бирҙе республиканың ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Билдәле булыуынса, “Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.