Милли проекттар
7 Июль 2024, 09:30

Акция дауам итә

Сирҙәр асыҡланған пациенттар өҫтәмә тикшеренеү үтеү өсөн республиканың төрлө медицина учреждениеларына ебәрелде.

Акция дауам итәАкция дауам итә
Акция дауам итә

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Белгестәр тарафынан 94 меңгә яҡын ҡабул итеү ойошторолған, 23 меңгә яҡын тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән 14 222 флюорография, 8 583 маммография яһалған, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Табиптар тәү тапҡыр пациентарҙа 2 112 социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе асыҡланы. 1 624 кешелә  юғары ҡан баҫымы булыуын билдәләне, 109 кешелә яман шешкә шик белдерҙе, 368 кешелә шәкәр диабетын, 10 кешелә туберкулез булыуын асыҡланы. Сирҙәр асыҡланған пациенттар өҫтәмә тикшеренеү үтеү өсөн республиканың төрлө медицина учреждениеларына ебәрелде. “Сәләмәт республика–сәләмәт төбәк” акцияһы  Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ауыл халҡына медицина ярҙамын яҡынайтыу, социаль сирҙәрҙе асыҡлау маҡсатында ойошторолдо. Алты маршрут буйынса  күсмә сәләмәтлек поездары ауылдар буйлап йөрөүен дауам итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Акция дауам итә
Акция дауам итә
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас