Рәсәйҙә тышҡы сәбәптәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү аҙналығы бара. Был мәсьәлә йәмғиәттә ҙур борсолоу тыуҙыра, сөнки күпселек осраҡтарҙа был сәбәптәрҙе булдырмаҫҡа мөмкин булыр ине.
Ваҡытынан алда үлем осраҡтарын иҫкәртеү – сәләмәт тормош, хәүефһеҙ хеҙмәт, ял һәм сәфәр шарттарын тыуҙырыу тигән һүҙ.
Тышҡы сәбәптәрҙән үлем осраҡтары йыш булып тора, тирә-яҡ мөхит факторҙарының кеше сәләмәтлегенә тәьҫире, бәхетһеҙлек, ирекһеҙләү осраҡтары уға сәбәпсе була. Бындай факторҙарға юлдарҙағы авариялар, тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы, бәхетһеҙлек осраҡтары эҙемтәләре, енәйәтселек, зарарлы ғәҙәттәр, бәлә-ҡазалар ҙа инә.
Тышҡы сәбәптәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә мөһим бурыстарҙың береһе. Үлем сәбәптәрен кәметеү донъялағы бөтә дәүләт ойошмаларының өҫтөнлөклө йүнәлештәренән һанала.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.