Асҡын районы үҙәгенең Пионер урамында Бурминка йылғаһының һул яҡ яры буйлап яңы ял итеү зонаһы барлыҡҡа киләсәк. Яңы йәмәғәт киңлеге ”Торлаҡ һәм ҡала мөхите”милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы төҙөлә.
Яр буйында йәйәү йөрөү зонаһы буласаҡ, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Биләмә яҡтыртыласаҡ, йәшелләндереләсәк. Шулай уҡ инфраструктураның яңы заманса элементтары ҡуйыласаҡ. Төҙөлөштөң август айында тамамланыуы көтөлә. Асҡын халҡы өсөн һоҡланырлыҡ уңайлы ял итеү урыны буласаҡ.
Экскавторсы Алексей Шумков әйтеүенсә, эш ҡыҙыу бара, бер көн дә буш торғандары юҡ. “Яр буйы район үҙәгендә бик йәмле урын буласаҡ”, ти ул. Тәбиғәт матурлығы менән һоҡланып, саф һауа һулап, илһамланып ултырырға яҡшы форсат был. Сираттағы төҙөлөш эштәренең дә уңышлы тамамланырына, иң мөһиме, халыҡ күңеленә хуш килеренә, йәмғиәткә файҙа килтереренә ышанабыҙ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарын тәьмин итергә кәрәк. Уларҙың араһында – халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (нацилнальный проект "Жилье и городская среда") төп маҡсаты –халыҡтың тормош сифатын күтәреү, Рәсәй ғаиләләрен йорт һатып алыу һәм үҙ йортоңдо төҙөү мөмкинлектәре менән тәьмин итеү.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.