8-14 июлдә Бөтә донъя аллергия менән көрәш көнөнә арналған тематик аҙна үтә. Иммунитет – уңыштарыбыҙ һәм сәләмәтлегебеҙҙең нигеҙен тәшкил итә.
Иммун системаһы организмды тирә-яҡ мөхиттән ингән генетик сит күҙәнәктәр һәм матдәләрҙән, шулай уҡ үҙ организмыңдан контролдән сыҡҡан күҙәнәктәрҙән, мәҫәлән, яман шеш күҙәнәктәренән һаҡлай. Ул үҙәк һәм периферияға бүленгән ағзаларҙан һәм туҡымаларҙан тора. Үҙәккә елек майы һәм тимус, периферияға миндалиналар, нәҙек эсәктәге лимфа төйөрсөктәре, яңғыҙ һәм төркөмлө лимфа төйөрҙәре, үт ҡыуығы, лимфа төйөндәре инә, уларҙа иммун яуабы үҫешә, күҙәтелә һәм патогендар юҡ ителә. Иммун системаһы күҙәнәктәре ҡан һәм лимфа системаһы буйлап йөрөй, ҡайһы берҙәренең туҡымаға үтеп инеүе мөмкин. Күҙәнәктәр үҙҙәре патогендарға ҡаршы көрәшә йә иһә инфекцияларға ҡаршы көрәшеүсе иммунитет молекулаларын етештерә. Бер молекулалар патогенды үлтерә, икенселәре иммун күҙәнәктәренә сит объект тураһында хәбәр итә. Шулай итеп, беҙҙең организмыбыҙҙа берҙәм система эшләй: иммун ағзаларында иммун күҙәнәктәре өлгөрә, ә күҙәнәктәр махсус молекулалар эшләп сығара.
Тыумыштан килгән иммунитет һәр кемдә бар. Уның механизмдары “һөжүм”гә бик һиҙгер, әммә бөтә патогендарға ла бер төрлө түгел. Адаптив иммунитет һуңғараҡ барлыҡҡа килә. Сир тыуҙырыусы патогендар менән осрашҡанда ул патогенды иҫендә ҡалдыра, шулай уҡ ҡабаттан “һөжүм” башланғанда ҡаршы тороу программаһын булдыра.
Иммун системаһы организмды төрлө кимәлдә инфекцияларҙан һаҡлай.
Ҡайһы саҡта иммун системаһы артыҡ әүҙемлек күрһәтә. Ул үҙенең ағзаларына һәм туҡымаларына һөжүм итә башлай, был саҡта аутоиммун сирҙәре барлыҡҡа килә. Иммунитет дөрөҫ эшләһен өсөн уның эшенә ҡыҫылырға ярамай. Яһалма рәүештә уны көсәйтергә тырышмағыҙ. Барыһынан да элек сәләмәт тормош менән йәшәгеҙ.
Стрестар, йоҡо туймауы, дөрөҫ туҡланмау иммунитетты яйлап ҡаҡшата. Физик көсөргәнеш самалы булһын.Тәмәке, алкоголдән баш тартығыҙ һәм ваҡытында диспансерлаштырыу үтегеҙ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.