Бөтә яңылыҡтар

100 тоҡ сүп-сар ташланылар

Стәрлетамаҡта “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһы үтте. 

100 тоҡ сүп-сар ташланылар
100 тоҡ сүп-сар ташланылар

“Рәсәй йылғаһы” акцияһы ирекмәндәре Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы ярын таҙартты. Был акция “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектының бер өлөшө булып тора.

70-ләгән ирекмән бирсәткә һәм тоҡ менән ҡоралланып, балыҡсылар һәм йылға буйында ял итеүселәр ҡалдырған сүп-сарҙы таҙартты. Командаға БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы, республиканың ҙур предприятиелары – “СНХЗ” акционерҙар йәмғиәте, “БСК” акционерҙар йәмғиәте, ХайдельбергЦемент Рус яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Стәрлетамаҡ хакимиәте вәкилдәре һәм битараф булмаған кешеләр инде.

Өмә барышында улар 500 метрҙан ашыу яр буйы һыҙатын сүп-сарҙан таҙартты һәм 100 тоҡ сүп-сар йыйҙы. Был башлыса пластик, быяла һәм башҡа көнкүреш ҡалдыҡтары.

“Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен бөтөнләй кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: