Бөтә яңылыҡтар

Дәүләт ярҙамы менән яңы глэмпинг асылды

Был - эшҡыуарҙар өсөн ҙур ярҙам.

Дәүләт ярҙамы менән яңы глэмпинг асылды
Дәүләт ярҙамы менән яңы глэмпинг асылды

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) сиктәрендә “БлагоГлэмп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте туристар өсөн урындар булдырыуға федераль ҡаҙнанан 39 миллион һум, төбәк бюджетынан 0,80 миллион һум субсидия алған, инвестор 53 миллион һумдан ашыу күләмендә үҙ өлөшөн индергән.

– “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә 2023-2024 йылдарҙа модулле капиталь булмаған урынлаштырыу урындары – кемпингтар һәм глэмпингтар – булдырыуға 2,4 миллиард һум йүнәлтелде, шуның 1 миллиард һумы – дәүләттән һәм 1,4 миллиард һумы – инвесторҙарҙан. Был эшҡыуарҙар өсөн ҙур ярҙам булып тора, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

“Благолэнд” биләмәһендә 22 сафари-тент (ағас каркаслы палатка), 14 модулле йорт төҙөлгән. Был эшкә бүленгән субсидияларҙан тыш, “БлагоГлэмп” йәмғиәтенә һыу инеү урындарын эшләүгә 2,7 миллион һум күләмендә грант бирелгән.

Бөгөнгө киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә финанслауҙы ҡайтанан бүлергә тура килһә лә, Башҡортостанда туризм өлкәһендәге бөтә проекттар ҙа эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек”, “Мәктәп туризмы” һәм “Сәнәғәт туризмы” программалары тармаҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Фото: БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрылығының матбуғат хемәте.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: