Бөтә яңылыҡтар

Яңыртылған бүлексәлә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеләсәк

Бөгөн үҙәктәр 400-ҙән ашыу хеҙмәт күрһәтә һәм был исемлек даими арта.

Яңыртылған бүлексәлә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеләсәк
Яңыртылған бүлексәлә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеләсәк

Мәсетле районының Оло  Ыҡтамаҡ ауылында Күп функциялы үҙәктең яңыртылған бүлексәһе асылды. ”Һанлы иҡтисад” милли проектының төп бурысы –граждандарға төбәк, муниципаль  һәм федераль әһәмиәтендәге дәүләт хеҙмәттәрен электрон рәүештә биреү.

Районда туғыҙ йыл элек асылған Күп функциялы үҙәк бәләкәй бинала урынлашҡайны. Хәҙер уның майҙаны ике тапҡырға артты. Яңыртылған бинала дәүләт һәм муницпаль хеҙмәттәр алыу шарттары яҡшырҙы. Халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн биш тәҙрә эшләй. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн асыҡ мөхит булдырылған.

“Күп функциялы үҙәк халыҡҡа дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр алыу өсөн бик уңайлы. Бөгөн үҙәктәр 400-ҙән ашыу хеҙмәт күрһәтә һәм был исемлек даими арта. ”Бер тәҙрә”нең төп принцибы  – бөтә хеҙмәттәрҙең бер урында күрһәтелеүе. Үҙәккә барған кеше консультация һәм бер юлы бер нисә хеҙмәт алыу мөмкинлегенә эйә”, – тип билдәләне Хөкүмәт Премьер- министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов.

“Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект "Цифровая экономика") иҡтисадта һәм социаль өлкәлә һанлы технологияларҙы йылдам индереүгә, юғары технологиялы бизнес өсөн шарттар тыуҙырыуға, милли хәүефһеҙлекте нығытыуға, халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Мәсетле районы хакимиәте сайты.

Яңыртылған бүлексәлә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеләсәк
Яңыртылған бүлексәлә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеләсәк
Яңыртылған бүлексәлә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеләсәк
Яңыртылған бүлексәлә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеләсәк
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: