Бөтә яңылыҡтар

Юл ремонты планға ярашлы бара

Юлды ябыуҙар тураһында мәғлүмәт алдан Өфө мэрияһы сайтында һәм муниципалитеттың “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге төркөмдәрендә, “Телеграм” мессенджерында баҫыла.

Юл ремонты планға ярашлы бара
Юл ремонты планға ярашлы бара

Өфөлә ағымдағы юл-төҙөлөш миҙгелендә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 29 километрҙан ашыу булған 12 урам-юл селтәре участкаһы норматив хәлгә килтерелә. Бының өсөн республика һәм ҡала бюджеттарынан 673 миллион һум бүленгән. Бөгөнгә ике объектта эштәр тулы күләмдә тамамланған, өсәүһендә тамамланып килә. Унда ремонт 80 процентҡа үтәлгән.

8,5 километр оҙонлоҡтағы Өфө-Затон автомобиль юлының төньяҡ урау юлында юл хеҙмәткәрҙәре 140 мең квадрат метр самаһы майҙанға яңы япма һалды, ә Дим шоссеһында – 36 мең квадрат метрҙан ашыу.

“Был юл участкалары ҡалабыҙҙың мөһим транспорт артериялары булып тора һәм улар буйлап тәүлек һайын бер нисә тиҫтә мең автомобиль үтә. Шуға күрә подрядсы ойошмаларға ремонтты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләп бөтөрөү бурысы ҡуйылған ине. Һәм улар быны үтәне. Ошо йәнле участкаларҙа ремонт ваҡытынан алда тамамланды. Бөгөн бөтә объекттар буйынса план буйынса барабыҙ, графиктан артта ҡалыу юҡ”, - тип билдәләне Өфө хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Илшат Фәхрутдинов.

Юл эштәре башҡарылған участкаларҙа ваҡытлыса автотранспорт хәрәкәте сикләнә. Шуға бәйле хәрәкәттең ауырлашыуы ихтимал. Өфөләргә ҡала буйлап сәфәрҙәрен алдан планлаштырырға кәңәш ителә. Ябыуҙар тураһында мәғлүмәт алдан Өфө мэрияһы сайтында һәм муниципалитеттың “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге төркөмдәрендә, “Телеграм” мессенджерында баҫыла.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: