Башҡортостандың Өфө ҡала агломерацияһында "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты сиктәрендә “аҡыллы” светофорҙар ҡуйыуҙы дауам итәләр. Белгестәр Зорге, Вологда, Сочи, Софья Перовская, Комаров, Кувыкин, Урман техникумы, 8 Март, Октябрҙең 50 йыллығы, Комсомол, Үҙәк һәм башҡа урамдарҙағы юл саттарында 39 объектты яңырта. Шулай уҡ 110 транспорт ағымы детекторы һәм 70 видеокүҙәтеү камераһы эшләнә. Улар онлайн тәртиптә транспорт хәрәкәтен көйләргә, ағымдың тығыҙлығын анализларға ярҙам итәсәк.
2024 йылдың июленә ҡала урамдарында 101 светофор объекты эшләй. Улар Октябрь проспекты, Менделеев, Жуков, Рәсәй, Комсомол, Зәки Вәлиди, Карл Маркс, Цюрупа, Галле ҡалаһы урамдары кеүек йәнле транспорт артерияларында ҡуйылған. Күп һанлы транспорт, шул иҫәптән йәмәғәт транспорты үткән урамдарҙа объекттарҙы яңыртыу дауам итә.
Интеллектуаль транспорт системаларын индереү һөҙөмтәһендә Өфө урамдарының үткәреү һәләте 20 процентҡа артасаҡ, шулай уҡ юлдарҙа хәүефһеҙлек артасаҡ, тип күҙаллана. Барлыҡ эштәрҙе 2024 йылдың аҙағына тиклем башҡарыу күҙаллана.
“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.
Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.