Милли проекттар
12 Июль 2024, 03:30

Республикала тәүге модулле мәшғүллек үҙәге төҙөлә

Башҡортостан – “Демография” милли проектына ярашлы мәшғүллек хеҙмәттәрен комплекслы яңыртыу программаһына ингән 12 төбәктең береһе.

Республикала тәүге модулле мәшғүллек үҙәге төҙөләРеспубликала тәүге модулле мәшғүллек үҙәге төҙөлә
Республикала тәүге модулле мәшғүллек үҙәге төҙөлә

“Демография” милли проектына ярашлы, Сибайҙа Башҡортостанда беренсе модулле мәшғүллек үҙәге төҙөлөшө башланды. Ике ҡатлы бинаны көҙгә сафҡа индерергә тейештәр.  Бинала заманса интерьер, асыҡ мөхит булдырыласаҡ, ҙур экран ҡуйыласаҡ, электрон сират, клиенттар өсөн  һанлы сервис, яңы йыһаздар һәм техника буласаҡ.

Башҡортостан – “Демография” милли проектына ярашлы мәшғүллек хеҙмәттәрен комплекслы яңыртыу программаһына ингән 12 төбәктең береһе. Ошо проектҡа ярашлы заманса 69 “Работа России” кадрҙар үҙәге төҙөләсәк.

–Былтыр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Рәсәй Хеҙмәт министрлығына модулле мәшғүллек үҙәктәре төҙөү тураһында тәҡдим индерҙе, сөнки ҡайһы бер биналарҙа ремонт эштәрен башҡарыу модулле үҙәктәр төҙөүгә ҡарағанда ҡиммәткә төшә. Беҙҙең тәҡдим яҡлау тапты, сығымдың яртыһын федераль бюджеттан ҡаплаясаҡтар, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

– Беҙҙең ҡала һәм республика өсөн был иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға. Илдә тәүге модулле үҙәк төҙөлөүе тарихта ҡаласаҡ, – тип билдәләне Сибай ҡалаһы мэры Азамат Юлдашбаев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Демография”милли проектына биш федераль проект индерелгән, шуларҙың береһе – “Мәшғүллеккә ярҙам итеү”.

Фото: https://expert-ural.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас