Милли проекттар
13 Июль 2024, 02:30

Бәйләнеш буласаҡ

Башҡортостанда «Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы» юлын ремонтлай башланылар.

Бәйләнеш буласаҡБәйләнеш буласаҡ
Бәйләнеш буласаҡ

Башҡортостанда «Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы» юлын ремонтлай башланылар.

Эш Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Безопасные и качественные дороги”) алып барыла.

Әлеге ваҡытта подрядсы Бәләбәй районының Илкә ауылы эргәһендәге 7 саҡрымлыҡ участканы фрезерлай. Артабан юлсылар тигеҙләү ҡатламын яйға һаласаҡ, асфальт-бетон япмаһын яңыртасаҡ, юл ситтәрен нығытасаҡ һәм билдәләр төшөрәсәк. Был маҡсатҡа 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова һүҙҙәренсә, әлеге автомагистраль Башҡортостандың терәк селтәренә инә һәм бик күп тораҡ пункттар менән бәйләнеште тәьмин итә. Шуға күрә ағымдағы йылда Туймазы һәм Бәләбәй райондарында юлдың 21 саҡрымында ремонт үткәреү планлаштырыла. Быйыл Башҡортостанда бөтәһе 61,5 саҡрым юлды төҙөкләндереү күҙаллана.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас