Республика клиник дауаханаһының Төбәк эндокринология үҙәге составында «Диабетик табан» кабинеты эшләй. Диабетик табан - ҡан йөрөүҙең боҙолоуы һәм инфекция ҡушылыуы менән бергә шәкәр диабетынан һуң өҙлөгөүҙәрҙең береһе ул. Ул дауалауҙы кисектерергә ярамаған сирҙәр категорияһына ҡарай.
Әйтергә кәрәк, республикалағы бындай беренсе һәм берҙән-бер кабинет дауаханала шәкәр диабетынан өҙлөгөүҙәрҙе скрининглау маҡсатында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) «Шәкәр диабетына ҡаршы көрәш» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылған. Атап әйткәндә, нейропатия булыу-булмауын асыҡлау; диабет табаны синдромы үҫеү хәүефе категорияһын, диабет табаны кабинетына визиттарҙың йышлығын билдәләү, махсус аяҡ кейеме кейеү зарурлығын билдәләү өсөн.
Хәҙер пациенттар шәкәр диабетынан өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртеү, операциянан һуң булған осорҙа реабилитациялау өсөн махсус аяҡ кейемен билдәләү йәһәтенән белгестәрҙең ваҡытындағы квалификациялы ярҙамына иҫәп тота ала.
Фото: rkbkuv.ru