Милли проекттар
14 Июль 2024, 05:30

Башҡортостанда элемтә сифаты яҡшырған

Һорауҙарға яуап ошоно асыҡлаған.

Башҡортостанда элемтә сифаты яҡшырғанБашҡортостанда элемтә сифаты яҡшырған
Башҡортостанда элемтә сифаты яҡшырған

Республикабыҙҙа телекоммуникация хеҙмәттәре менән ҡәнәғәтлек сифаты 1,5 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һан үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Республика эшҡыуарҙары элемтә һәм интернет эшен 4,63 балға баһалаған. Былтыр ошо осорҙа был күрһәткес 4,56 балл тәшкил иткәйне. Төбәктә элемтә селтәрҙәре үҫеше “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы (национальный проект “Цифровая экономика”) башҡарыла.

 -Быйыл Башҡортостанда телекоммуникация бизнесы менән ҡәнәғәтлек кимәле күтәрелеүе һорауға яуап алыу һөҙөмтәһендә асыҡланды. Ул республиканың Инвестиция порталында урынлаштырылды. Бындай кире бәйләнеш формаһы эшҡыуарҙарҙың талаптарын аңларға, хәлде яҡшыртыу буйынса тейеше саралар күрергә мөмкинлек бирә, - тине республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Башҡортостандың инвестиция порталында урынлашҡан Онлайн-опросты аноним рәүештә үтергә мөмкин. Респонденттарға эшҡыуарлыҡ алып барылған тораҡ пунтты билдәләп дүрт позиция буйынса биш баллы шкала буйынса баһалау тәҡдим ителә.

Бындай опрос уҙғарыу төбәктә уңайлы йәшәүгә йоғонто яһаған ҡулланыусыларҙың телекоммуникация хеҙмәттәренә ҡарата ҡәнәғәтлек кимәлен тикшереү маҡсатында эшләнә.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән  тормошҡа ашырыла.

фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас