Милли проекттар
14 Июль 2024, 04:30

Ете ҡала еңеүгә дәғүә итә

Улар араһында Дүртөйлө, Бәләбәй, Нефтекама, Октябрьский бар.  

Ете ҡала еңеүгә дәғүә итәЕте ҡала еңеүгә дәғүә итә
Ете ҡала еңеүгә дәғүә итә

Ете муниципалитеттың хакимиәттәре Ҡалалар үҫеше институты ярҙамы менән бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыуҙың иң яҡшы проекттарының 9-сы Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға ғариза бирҙе, тип хәбәр итә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирина Голованова.

Бөтә Рәсәй конкурсы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Жилье и городская среда”) үткәрелә. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Был проектта түбәндәгеләр ҡатнаша: “Новаторҙар бульвары” (Бәләбәй), “Иванов баҡсаһы. Киләсәк үҫентеләре” (Дүртөйлө), "Нефтекама: ваҡыт күсәре”, “Октябрьский: мираҫты һаҡлап”, “Салауат: ысынбарлыҡ аша ете төш”, “Урал батыр юлы" (Учалы), “Воскресенск рәттәре" (Благовещен).

Федераль эксперттар тәҡдим ителгән йәмәғәт киңлектәренең проекттарын  өйрәнәсәк  һәм уларға баһа бирәсәк. Конкурс һөҙөмтәләре 1 сентябргә тиклем билдәле буласаҡ. Иң яҡшы проекттар Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығының гранттарын аласаҡ. 2019 йылдан 2024 йылға тиклем Башҡортостан конкурсҡа 66 ғариза тапшырған, улар араһында 29 проект грант яулаған.

Фото: “Башинформ”.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас