Быйыл алты ай эсендә республиканың яңы дүрт медицина учреждениеһы рефлекс терапияһы эшмәкәрлеге буйынса лицензия алды. 2023 йылдың аҙағында Берҙәм лицензиялар реестрында ундай медицина учреждениелары һаны 190 тәшкил иткәйне.
– Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге лицензия алыу буйынса ойошмаларға консультация бирә, документтар әҙерләүҙә, ғаризаларҙы теркәүҙә ярҙамлаша, – тине министрлыҡтың лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.
Рефлекс терапияһы – медицинаның кеше тәнендәге әүҙем нөктәләргә тәьҫир итеү ысулдарын өйрәнеү бүлеге. Был ғәмәлдәр ҡан әйләнешен, туҡымаларҙың туҡланыуын, айырым күҙәнәктәрҙең һәм ағзаларҙың эшен яҡшырта. Шулай итеп, ул кешенең үҙ ресурстарын көсәйтеүгә булыша.
Айырыуса сирҙең иртә осоронда комплекслы дауалағанда был ысул яҡшы һөҙөмтә бирә. Лицензиялау буйынса дәүләт хеҙмәтен алыу ваҡыты 15 көн тәшкил итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.