Милли проекттар
16 Июль 2024, 04:30

Психологтарһыҙ ауыр...

Шишмә ҡасабаһында “Бала саҡ биләмәһе” проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә.

Психологтарһыҙ ауыр...Психологтарһыҙ ауыр...
Психологтарһыҙ ауыр...

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Еңел старт һәм бизнесты алып барыу өсөн шарттар булдырыу” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостандың Шишмә районында аҙна һайын эшҡыуарлыҡ сәғәттәре үткәрелә.

Эшҡыуарлыҡ сәғәте сиктәрендә “Дуҫлыҡ” сауҙа үҙәгендә балалар һәм өлкәндәр өсөн психолог-психоаналитика һәм логопед кабинетын асыуҙы ҡаранылар. Бында юғары квалификациялы белгестәр психикаһы боҙолғанда, ныҡ хәүефләнгәндә, паника һөжүме ваҡытында консультациялар бирергә, үҫмерҙәрҙә һәм өлкәндәрҙә психоаналитик терапия үткәрергә, мәктәпкә әҙерлекте күрһәтергә, тулы логопед һәм логомассаж хеҙмәттәрен күрһәтергә планлаштыра.

Хәҙерге донъяла телмәрҙә тайпылыштар булған балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү проблемаһы киҫкен тора. Уларҙың һаны йылдан-йыл арта. Телмәр менән проблемалар фонында йыш ҡына психоэмоциональ ҡаҡшауҙар үҫешә, сөнки бала үҙен “башҡалар кеүек” тоймай, ә был йәштәге башҡа балалар был проблеманың бөтә етдилеген аңламауы мөмкин һәм телмәр кәмселеге булған тиҫтерен төрлө яҡлап кәмһетәсәк.

Проект инициаторҙары район хакимиәтенә милек ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Әлеге ваҡытта бинаны льготалы ҡуртымға алыу шарттары өйрәнелә.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Шишмә районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас