Асҡын районының Билгеш ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын урынлаштырыу буйынса әҙерлек башланды.
“Ауыл халҡы төҙөлөш өсөн урынды таҙартты, сүп үләндәрен сапты. Махсус техника ярҙамында бина каркасын урынлаштырыу өсөн металл бағаналар монтажланды”, – тинеләр район хакимиәтендә. Программаның төп маҡсаты – медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу.
2024 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында Башҡортостанда ете һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөү һәм 130-ҙан ашыу модулле конструкция урынлаштырыу планлаштырыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Асҡын районы хакимиәтенең телеграм-каналы.