Милли проекттар
20 Июль 2024, 03:30

Өфөлә яңы урам барлыҡҡа киләсәк

Баш ҡалабыҙҙың Глумилин биҫтәһендә Рудольф Нуриев менән Комсомол урамдарын тоташтырасаҡ яңы урам булдырыу планлаштырылған. 

Өфөлә яңы урам барлыҡҡа киләсәкӨфөлә яңы урам барлыҡҡа киләсәк
Өфөлә яңы урам барлыҡҡа киләсәк

Баш ҡалабыҙҙың Глумилино биҫтәһендә Рудольф Нуриев менән Комсомол урамдарын тоташтырасаҡ яңы урам булдырыу планлаштырылған. Был турала Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников хәбәр итте.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите“ милли проектының  (национальный проект “Жильё и городская среда“) “Ҡала” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

“Был урамға тоташыу өсөн әлеге мәлдә Архитектор Рехмуков урамына асфальт түшәлә. Юл хәрәкәте бында сентябрҙә асыласаҡ”, – ти Сергей Плотников.  

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас