Милли проекттар
23 Июль 2024, 04:20

"Урал батыр" геройҙарын күргең килһә...

Скульптурҙың эштәре Сәләмәтлек һуҡмағы буйлап ҡуйылған. 

"Урал батыр" геройҙарын күргең килһә..."Урал батыр" геройҙарын күргең килһә...
"Урал батыр" геройҙарын күргең килһә...

“Мәҙәниәт” милли проекты һәм “Беҙҙең корифейҙар” проекты сиктәрендә Нефтекама халҡын һәм ҡунаҡтарын яҡташ рәссамдарҙың ижады менән таныштыралар.

Бөгөн һүҙ Наил Вәзир улы Билалов тураһында барасаҡ. Ул – рәссам, биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең сағыу вәкиле. 1975 йылда ғаиләһе менән Нефтекамаға күсеп килә. Һәләтле малайҙы Балалар художество мәктәбенә бирәләр. Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлап һәм Николо-Березовка ауылы Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлеге уҡытыусыһы булып киткән егет ошо уҡ йүнәлештә артабан да эшләй.

Наил Билалов республика һәм бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Һынлы сәнғәт менән генә түгел, скульптура менән дә шөғөлләнә. 2005 йылда авторлыҡ эшен – Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәновҡа Николо-Березовка ауылында ҡуйылған мәрмәр һәйкәл-бюсты башҡара. Ә уның “Урал Батыр” эпосынан иҫ киткес ағас һындары ҡала сәләмәтлеге һуҡмағына ҡуйылған. Ул – ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн эскәмйә рәүешендә эшләнгән “Аждаһа”.  Шулай уҡ башында ҡоҙғон ултырған “Ҡатил” батша һәм уға буйһонған ҡурҡыныс “Уғыҙ” үгеҙе.

– Ижадымда атайымдың эҙҙәре буйлап барҙым, – ти рәссам. – Художество династиялары, үҙ художество мираҫ фондын булдырып, дәүерҙең хәтерен формалаштырыуын дауам итә. Рәссамдар династияһында быуындан быуынға сәнғәткә һөйөү генә түгел, оҫталыҡ серҙәре лә тапшырыла”.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас