Ауырғазы районында, Өфө – Ырымбур трассаһы эргәһендә, 150 кВт ҡеүәтле тәүге электр менән заправкалау станцияһы сафҡа индерелде. Ул автостанция биләмәһендә Берҙәм электр менән заправкалау станциялары операторы тарафынан ҡуйылған. Яңы объектта автомобилде тиҙ зарядкалау өсөн бөтә төрҙәге разъемдар бар – һыйҙырышлығына ҡарап 30-40 минут.
Бер үк ваҡытта өс машинаның заряд алыуы мөмкин. Станцияның ҙур ихтыяж менән ҡулланыуын уны эшкә ҡушыу менән зарядкаға килгән электромобиль хужаһы раҫланы.
– Бөгөн был – бик уңайлы сервис. Дуҫтарымдың күбеһе, минең кеүек үк, электромобилдәр һайлай. Шуға күрә бындай станцияларға ихтыяж ҙур, – тине водитель.
Электромобилдәрҙең ғәҙәти двигателдәр ҡуйылған традицион автомобилдәр алдында төп өҫтөнлөгө – электр моторҙары зарарлы газ матдәләрен бүлеп сығармай, был атмосфераның бысраныуын кәметеүгә һәм һауа сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Икенсе өҫтөнлөгө – экономия.
Билдәләп үтергә кәрәк, был проект уҙған йылдың декабрь аҙағында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаралды. Уҙған осорҙа майҙансыҡтар һайлап алынған, уларҙың берәүһен шәхси эшҡыуар Әминев Рәмил Рәхмәтулла улы тәҡдим иткән. “АСТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте персоналы станцияны технологик тоташтырыуҙы бойомға ашырҙы.
– Проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ, инвесторҙың Ишле ауылы янында икенсе ЭЗС урынлаштырыуын көтәбеҙ, – тип һөйләнеләр муниципалитетта.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” һәр кесе йома муниципалитеттарҙа “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.