Милли проекттар
1 Август 2024, 06:15

Ауыл халҡы яңы ФАП-ты күптән көтә

Ноҡат ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын монтажлау башланды.

Ауыл халҡы яңы ФАП-ты күптән көтәАуыл халҡы яңы ФАП-ты күптән көтә
Ауыл халҡы яңы ФАП-ты күптән көтә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Белорет районының Ноҡат  ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын монтажлай башланылар. Әлеге ваҡытта бинаның стеналары һәм ҡыйығы әҙер. Был программаны тормошҡа ашырыу Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың даими  контролендә. 

“Беҙ һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыу менән бәйле мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итәбеҙ. Был барыһынан да элек тәүге звено – поликлиникалар, ФАП-тар, амбулаториялар”, – тине Башҡортостан Башлығы.

Ноҡат фельдшер-акушерлыҡ пункты ныҡ иҫкергән, ремонт яһарлыҡ түгел. Яңы бинаның майҙаны 70 квадрат метр тәшкил итәсәк, ул заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Персоналдың һәм пациенттарҙың уңайлығы өсөн эҫе һәм һалҡын һыу, йылылыҡ, электр уты системаларын үткәреү ҡаралған. Ноҡат халҡынан башҡа Арышлар һәм Айыс ауылдары халҡы ла яңы пунктта хеҙмәтләндереләсәк.

– Яңы медицина учреждениеһы ишектәрен асыу менән күркәм яҡты бинала һәр кем  тәүге медик – санитар ярҙам аласаҡ, бының өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙырыласаҡ, - тине Белорет үҙәк район дауаханаһының баш табибы  Илдар Хәмитов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас