Милли проекттар
3 Август 2024, 09:15

Урмандарҙы тергеҙеү дауам итә

“Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостанда дөйөм майҙаны 77 мең гектарға тиң урман тергеҙелде.

Урмандарҙы тергеҙеү дауам итәУрмандарҙы тергеҙеү дауам итә
Урмандарҙы тергеҙеү дауам итә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “ Экология“ милли проектының (национальный проект “Экология “) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостанда дөйөм майҙаны 77 мең гектар булған урман тергеҙелде.

Был һандар республика Хөкүмәтенең “Башҡортостан Республикаһының урман хужалығын үҫтереү” дәүләт программаһына арналған ултырышында иғлан ителде. Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан урман үҫентеләре ултыртыу майҙаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында тора.

“Йыл һайын урманды уны ҡырҡыуға ҡарағанда күберәк тергеҙәбеҙ. Ағас әҙерләү шулай уҡ урман фонды ерҙәрен файҙаланыуҙа өҫтөнлөккә эйә. Шулай итеп, иҡтисад менән экология араһындағы нисбәттең тиңлегенә ирешергә ынтылабыҙ”, тине Андрей Назаров.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас