Милли проекттар
5 Август 2024, 03:30

Хакимиәт башлығы йәштәр менән осрашты

Стәрлетамаҡта уртаса йәше 42 булған 179 муниципаль хеҙмәткәр эшләй. Хакимиәт башлығы муниципаль хеҙмәткәрҙәр алдында торған бурыстарҙы билдәләне һәм өҫтөнлөктәр хаҡында һөйләне.

Хакимиәт башлығы йәштәр менән осраштыХакимиәт башлығы йәштәр менән осрашты
Хакимиәт башлығы йәштәр менән осрашты

Стәрлетамаҡта ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов ҡала йәштәре, шул иҫәптән эшселәр һәм республиканан ситтәге юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар менән осрашты. Бындай осрашыуҙар “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты маҡсаттарын үтәүгә булышлыҡ итә.

Сара “ГосСтарт” йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрен оҙатып йөрөү программаһы сиктәрендә тиң диалог форматында уҙҙы.

Осрашыу барышында Рөстәм Ғәзизов Стәрлетамаҡта тормошҡа ашырылған проекттар һәм программалар хаҡында һөйләне, ҡалала йәштәр киңлеген булдырыу пландары, шул иҫәптән Йәштәр йортон асыу, йыл һайын Стәрлетамаҡта уҙғарылған ваҡиғалар менән таныштырҙы.

Шулай уҡ Рөстәм Ғәзизов муниципаль хеҙмәттең мөмкинлектәре тураһында хәбәр итте, унда һәр кем үҙен һәм ҡаланы үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарын тормошҡа ашыра ала. Бөгөн Стәрлетамаҡта уртаса йәше 42 булған 179 муниципаль хеҙмәткәр эшләй. Хакимиәт башлығы муниципаль хеҙмәткәрҙәр алдында торған бурыстарҙы билдәләне һәм өҫтөнлөктәр хаҡында һөйләне.

– Муниципаль хеҙмәткәрҙәргә ҡарата табиптар һәм уҡытыусылар менән эшләгән принцип ғәмәлдә – булмыш буйынса эшләү һәм үҙ эшеңде яратыу, – тип йомғаҡланы үҙ сығышын Рөстәм Ғәзизов.

Шулай уҡ осрашыу барышында йәштәрҙең ҡала хакимиәте башлығына туранан-тура һорау бирергә мөмкинлеге булды. Улар ҡала бюджеты, Стәрлетамаҡта ниндәй спорт төрҙәренең популяр булыуы хаҡында һорашты.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас