Милли проекттар
5 Август 2024, 04:30

Ике айға алда тапшырылды

Башҡортостанда Дмитриевка – Кушнаренко юлы төҙөкләндерелде. 

Ике айға алда тапшырылдыИке айға алда тапшырылды
Ике айға алда тапшырылды

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Дмитриевка – Кушнаренко юлын ике ай алдан йүнәттеләр. Иҫке Туҡмаҡлы ауылы янындағы һәм Кушнаренко, Шишмә райондары сигендәге 6,4 километрлыҡ ике участка норматив хәлгә килтерелде. Подряд ойошмалары фрезерлау һәм шәлкем яһалышын бөтөрөүҙән алып геолен, түшәү ҡатламын һалыуға, нигеҙ һәм ҡаплау ҡоролмаларына тиклем юл эштәренең тулы спектрын башҡарған. Ремонт барышында юл ситтәрен нығыттылар һәм юлға, шул иҫәптән термопластиктан күсәр билдәһен төшөрҙөләр.

- Был юл ике районды бәйләй һәм бик күп тораҡ пункттарҙы транспорт бәйләнеше менән тәьмин итә. Шуға күрә был юлдан хәүефһеҙ һәм уңайлы йөрөргә кәрәк, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

2024 йылда Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында быйыл бөтәһе 95,5 километрҙан ашыу юлды ремонтлау күҙаллана. Был 2023 йылда ошо агломерацияларҙа ремонтланғанға ҡарағанда 20,5 километрға күберәк. Эштәр 55 объектта башҡарыласаҡ, уларҙан дөйөм 57 километр оҙонлоҡтағы 41 объект – урындағы юлдар, дөйөм 38 километр оҙонлоҡтағы 14 объект – төбәк һәм муниципаль-ара юлдар.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас