Милли проекттар
7 Август 2024, 16:25

Пилотһыҙ авиация системалары тармағы нисек йәшәй?

Кәңәшмәлә ошо турала һүҙ барҙы.

Пилотһыҙ авиация системалары тармағы нисек йәшәй?Пилотһыҙ авиация системалары тармағы нисек йәшәй?
Пилотһыҙ авиация системалары тармағы нисек йәшәй?

Ошоға бәйле Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Бәйләнештәге” сәхифәһендә былай тип яҙған:

“Хәтерегеҙгә төшөрәм, Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып эксперименталь хоҡуҡи режим индергән һәм пилотһыҙ авиация кластерын булдырған.

Ысынбарлыҡ яңы мәсьәләләрҙе һәм уларҙы хәл итеүҙең яңы темптарын билдәләй. 2030 йылға федераль проект сиктәрендә БПЛА өсөн 10 ултыртыу майҙансығы төҙөргә планлаштырабыҙ.

Беҙҙә төрлө типтағы һәм тәғәйенләнештәге пилотһыҙ осоу аппараттары етештерелә. Пилотһыҙ аппараттар өсөн электр двигателдәре етештереү буйынса завод эшләй башланы. БПЛА системаларын ҡулланыуҙы арттырыу һәм уларҙы етештереүҙе киңәйтеү өсөн федераль ярҙам сараларын төбәк саралары менән берләштерәбеҙ.

2023 йылда төрлө типтағы 1039, 2024 йылдың тәүге яртыһында 1565 пилотһыҙ осоу аппараты етештерелде.

“Пилотһыҙ авиация системаларын һәм комплектлаусыларын эшләү, стандартлаштырыу һәм сериялы етештереү” проектында ҡатнашыу үҙ ғилми-производство үҙәген асырға мөмкинлек бирәсәк.

2030 йылға тиклем “Пилотһыҙ авиация системаһы өсөн кадрҙар” милли проекты сиктәрендә йыл һайын ике мең кешене уҡытасаҡбыҙ. Юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарҙа ете программа буйынса уҡытыу алып барыла ла инде.

“Пилотһыҙ авиация системалары өсөн перспективалы технологиялар” федераль проекты ярҙамында перспективалы технологиялар, шул иҫәптән яһалма интеллект өлкәһендә технологик нигеҙ булдырабыҙ.

Мин бер нисә тапҡыр йылдам эшләүҙең мөһимлеген билдәләнем. Был ошо өлкәгә лә ҡағыла. Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына пилотһыҙ авиация системаларын эшләү, етештереү һәм файҙаланыу өлкәһендә белем биреү процестарын тормошҡа ашырыу өсөн 20 республика мәктәбен ваҡытында ҡорамалдар менән тәьмин итергә ҡуштым”.

Фото: Андрей Назаров сәхифәһенән.

 

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас