Милли проекттар
10 Август 2024, 03:30

Имлант өсөн яңы материал

Башҡортостан ғалимдары яңы асыш өҫтөндә эшләй

Имлант өсөн яңы материалИмлант өсөн яңы материал
Имлант өсөн яңы материал

Башҡорт дәүләт медицина университетының аддитив технологиялар лабораторияһы белгестәре яңы материал -  полиэфирэфиркетон менән эш итә. Уны ҡулланыу имплант әҙерләү технологияһын максималь рәүештә теүәл итеп башҡарырға мөмкинлек бирәсәк. Тикшеренеүҙәр “Фән һәм университеттар" милли проектына ярашлы (национальный проект “Наука и университеты”) башҡарыла, тип хәбәр итә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы.

 - Беҙҙең лабраторияла инновацион материал ярҙамында импланттарҙы беренсел баҫыу  технологияһын эшләү буйынса эш башланды. Процеста – нейрохирургия операцияһы, яңаҡ-йөҙ хирургияһынан һуң дефекттарҙы ябыу өсөн имплантаттарҙың медицина моделен баҫтырыу тора. Импланттар үҙенсәлекле характеристикаға эйә булырға  – еңел һәм ныҡ булырға тейеш, - ти БДМУ-ның аддитив технологиялар лабораторияһы мөдире Марс Ғәләүетдинов.

 Патология тураһында мәғлүмәт эшкәртелгәндән һуң, мәғлүмәттәр һанлы моделгә әйләнә.  3D-модель күсерелгәс, ғалим медиктар ҙур теүәллек менән конкрет пациент өсөн буласаҡ имланттың формаһын, ҙурлығын эшләй ала. Махсус программа дефектҡа имплантты тура килтерә, буласаҡ операцияны планлаштырырға ярҙам итә.  

   Милли проекттар 2019 йылдан ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.   

Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас