Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Август , 11:30

Ҡариҙелдә яңы туристик проект ҡаралды

Турбаза төбәк туризмын үҫтереүгә һәм тағы ла күберәк туристарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итеп, ял итеү һәм күңел асыу өсөн ылыҡтырғыс урын булыр тип күҙаллана.

Ҡариҙелдә яңы туристик проект ҡаралды
Ҡариҙелдә яңы туристик проект ҡаралды

Ҡариҙел районы хакимиәтендә үткән эшҡыуарлыҡ сәғәтендә “Магнатстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле туристик инфраструктураны үҫтереүгә етди инвестициялар, яңы проектты – “Һыуҙа” туристик базаһын ғәмәлгә индереү тураһында һөйләне. Бизнес вәкилдәре менән осрашыуҙар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында даими үткәрелә.

Турбаза төбәк туризмын үҫтереүгә һәм тағы ла күберәк туристарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итеп, ял итеү һәм күңел асыу өсөн ылыҡтырғыс урын булыр тип күҙаллана.  Проект уңайлы объекттар: һәр береһе дүрт номерға иҫәпләнгән комфорт-класлы һигеҙ ҡунаҡ йорто, шулай уҡ өс көмбәҙле ҡоролмаһы менән глэмпинг төҙөүҙе үҙ эсенә ала. Яр буйында туҡланыу нөктәләре, шул иҫәптән кафе-ресторан, бургерная, ҡәһүәхана һәм бар ҡаралған, был ҡунаҡтар өсөн хеҙмәтләндереүҙәрҙең төрлөлөгөн һәм юғары сифатын тәьмин итергә тейеш. Бынан тыш, базаны инвентарҙы прокатҡа алыу пункты менән заманса сервис үҙәге тулыландыра, ул ваҡытты әүҙем уҙғарыуға булышлыҡ итергә тейеш.

Пляж биләмәһен яҡшыртыу һәм төҙөкләндереү сиктәрендә быйыл республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан финанслау алынған. Бынан тыш, тиҙ төҙөүсе конструкциялар төҙөү буйынса программала ҡатнашыуға заявка бирелгән, был проектты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамларға мөмкинлек бирәсәк. “Һыуҙа” базаһы ял итеү һәм тәбиғәт менән аралашыу өсөн үҙенсәлекле урын булмаҡсы. Район хакимиәтендә проектҡа ярҙам күрһәтергә һәм уны тормошҡа ашырыу этаптарында оҙатып барырға вәғәҙә бирҙеләр.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: