Милли проекттар
17 Август 2024, 09:30

Бәләкәй Соҡаяҙ йорттарына газ килә

Бөрө районының Бәләкәй Соҡаяҙ ауылындағы йорттарға газ үткәрелә. Бында 500-гә яҡын кеше йәшәй.

Бәләкәй Соҡаяҙ йорттарына газ киләБәләкәй Соҡаяҙ йорттарына газ килә
Бәләкәй Соҡаяҙ йорттарына газ килә

"Экология" милли проектының "Таҙа һауа" федераль проектын тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы, Бөрө районының Суслов ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған Бәләкәй Соҡаяҙ ауылындағы йорттарға газ үткәрелә. Ауылда 500-гә яҡын кеше йәшәй, тип хәбәр итә район хакимиәте.

“Газ индереү ауылдың тормошон ҡырҡа яҡшы яҡҡа үҙгәртәсәк, кешеләрҙең йәшәү кимәленең сифаты артасаҡ”, – ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Наталья Аҫылгәрәева.

Суслов ауыл биләмәһендәге Суслов һәм Шестыков ауылдарында газ бар, тип билдәләнә. Быйыл белгестәр Бөрө йылғаһы аша Лежебоково ауылынан Кесе Соҡаяҙға тиклем юл һалды. Әле бригада  урам селтәрен һала, шулай уҡ өй эсендәге эштәрҙе атҡара.

"Биш берәмек техника эшләй. Ҡайҙалыр полипропилен торбалар ергә һалынған да инде, ә ҡайһы берҙәре юл буйында ята”, – тип өҫтәй Н. Аҫылгәрәева.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: birskpress.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас