Милли проекттар
17 Август 2024, 12:30

Микрозаймға яңы ҡорамалдар алына

Дыуан районынан “Альянс” компанияһы эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә бирелгән микрозайм ярҙамында биналарҙы йүнәтергә һәм яңы ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй.

Микрозаймға яңы ҡорамалдар алынаМикрозаймға яңы ҡорамалдар алына
Микрозаймға яңы ҡорамалдар алына

Дыуан районынан “Альянс” компанияһы эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә бирелгән микрозайм ярҙамында биналарҙы йүнәтергә һәм яңы ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты (нацпроект “Малое и среднее предпринимательство”) буйынса күрһәтелә, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

2018 йылда теркәлгән "Альянс" предприятиеһы икмәк һәм кондитер изделиелары, ярымфабрикаттар етештереү, шулай уҡ ваҡлап һатыу менән шөғөлләнә. Биш миллион һумлыҡ кредитты ойошмаға Башҡортостан микрокредитлау компанияһы йылына 12 процент ставка менән өс йылға биргән. Республиканың Гарантия фонды поручитель булған. "Үҙебеҙҙең продукцияны һатыу өсөн магазиндар селтәрен киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Аҡса ҡорамалдар һатып алыуға, биналарҙы ремонтлауға һәм әлеге ваҡыттағы  түләүҙәрҙең бер өлөшөн ҡаплауға тотонабыҙ”, – ти предприятиеның етәксеһе Лидия Серебренникова.

Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, 2024 йылдың ете айында Башҡортостан микрокредитлау компанияһы 168 проектҡа ярҙам иткән.

Шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: милли проекттар РФ Президенты В. В. Путин башланғысы менән барлыҡҡа килде һәм 2019 йылдан алып тормошҡа ашырыла.

Фото: pravitelstvorb.ru/news/24635/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас