Сибайҙағы «Руском» предприятиеһының генераль директоры Серик Бижанов - хәҙерге заман, алдынғы етәксенең сағыу миҫалы. 2016 йылдың апрелендә Сибайҙа ул предприятие ойоштора һәм бер нисә тапҡыр «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнаша. Эшҡыуар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты сиктәрендә финанс ярҙам ала. Дәүләт ярҙамын продукция етештереү өсөн сеймал һатып алыуға йүнәлтә.
«Руском» ҡатнаш аҙыҡ өсөн онталған эзбизташ, эзбиз оно булдырыуҙа һәм хайуандарҙы, ҡош-ҡортто өҫтәмә туҡландырыуҙа махсуслашҡан. Етештерелгән продукция Башҡортостан Республикаһында, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында һатыла, Ҡаҙағстанға экспортҡа ебәрелә. Һатыу нөктәләренең географияһы үҫеүен дауам итә. Предприятиела Рәсәйҙең нефть-газ быраулау компаниялары өсөн асфальт-бетон һәм органоминераль ҡатышмалар өсөн минераль онтаҡ һәм карбонатлы ауырайтҡыс етештереү буйынса яңы йүнәлештәр үҙләштерелә. 2023 йылда Серик Бижанов 14 яңы эш урыны булдырған.
Продукция ассортиментын киңәйтеү, етештереүҙе арттырыу һәм сығарылған продукция күләмен арттырыу ышаныслы ҡорамалдар һәм махсус техника талап итте. 2023 йылдың апрелендә сеймал һәм әҙер продукция тейәү өсөн бизнесмен лизинг килешеүе буйынса яңы фронталь тейәгес һатып ала.
Сибай ҡалаһының бизнес –шәрифе Ольга Шаранова әйтеүенсә, ҡала етәкселеге эшҡыуарҙарҙарға бизнес-проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. “Әгәр һеҙ бизнес асырға йәки киңәйтергә теләйһегеҙ икән, Сибай ҡалаһы хакимиәтендә үтәсәк «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре»ндә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ғаризаны 8 (34775) 528 75, 8 (981) 049 07 телефондары аша Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы аша бирергә мөмкин”.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Ольга Шаранова