Башҡортостан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге“ милли проектында ҡатнашыусы компанияларҙың 2024 йылдың беренсе ярты йыллығында квалификацияһын күтәргән етәкселәр һаны буйынса лидерҙар иҫәбендә инде.
Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, исемлеккә шулай уҡ Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Воронеж өлкәһе ингән. Дөйөм алғанда, 41 төбәктән 200-ҙән ашыу идарасы 2024 йылдың беренсе ярты йыллығында ”Етештереүсәнлек лидерҙары” программаһы буйынса квалификацияһын күтәргән.
"2018 йылдан алып республикабыҙҙа Рәсәй Президенты башланғысы менән 13 милли проект индерелде. Улар араһында айырыуса “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты айырылып тора. Республиканың 183 предприятиеһы ошо проектҡа ҡушылды һәм уларҙың һөҙөмтәләре күп нәмә тураһында һөйләй. Биш йыл дауамында милли проектты тормошҡа ашырыу барышында төбәк предприятиеларында иҡтисади эффект дүрт миллиард һумдан ашып китте”, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Билдәле булыуынса, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” (национальный проект “Производительность труда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: economy.bashkortostan.ru