Өфө фән һәм технологиялар университетының Технологиялар трансферы үҙәгендә компьютер программаларын теркәү тураһында документтар алыу ваҡыты өс тапҡырға ҡыҫҡартылды. Был электрон ғаризалар биреүгә күсеү менән бәйле. Үҙәк эшмәкәрлеге “Фән һәм университеттар” милли проектына ярашлы РФ Мәғариф һәм фән министрлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Кампус резиденттары хәҙер Технология трансферы үҙәге аша интеллектуаль эшмәкәрлектең теләһә ниндәй һөҙөмтәләрен теркәй ала. Һаҡлау документын алыу ваҡытын ҡыҫҡартыу авторҙар өсөн дә, хоҡуҡ эйәһе өсөн дә актуаль. Электрон хисаплау машинаһы өсөн программанының дәүләт теркәүе үткән тураһында беренсе таныҡлыҡ, ғариза ебәрелгәндән һуң, 24 көн үткәс тә алынған. Был проект CampusPlanner тип атала. Программа университеттарҙа дәрестәр теҙмәһе төҙөү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡулланыла.
Билдәле булыуынса, "Фән һәм университеттар" (национальный проект “Наука и университеты”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: gtrk.tv