Башҡортостанда 2019 йылдан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите“ милли проектына ярашлы йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу“ федераль программаһы тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә төбәктә 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде, тип хәбәр итә төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
Биш йыл эсендә федераль бюджеттан йәлеп ителгән субсидияларҙың дөйөм күләме 6,5 миллиард һум тәшкил итә. 2024 йылда республикала дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумға тағы 123 биләмә ремонтлана һәм төҙөлә.
Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында быйыл подрядсылар ял итеүселәр өсөн пляж һәм йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереү буйынса эштәр алып бара. Эштәр май айында башланған. Әле урында катерҙар өсөн майҙансыҡ, парковка, ҡомло пляж, ҡарағастан ағас юлдар, шулай уҡ сүп-сар өсөн майҙансыҡ булдырылған.
– Былтыр балаҡатайҙар Бөтә рәсәй рейтингы буйынса онлайн тауыш биреү барышында төҙөкләндереү өсөн тап ошо яр буйы биләмәләрен үҙҙәре билдәләне. Урын башҡа күренеш ала башлаған да инде. Бөтә төҙөлөш-монтаж сараларын ике этапта үтәү һәм киләһе йылда тамамлау күҙаллана, – тип хәбәр итте БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Арыҫланбәк Хәйҙәров.
Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: bashkortostan.ru