Ишембай ҡалаһында "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә III “Ретро-шлягер” халыҡ-ара йыр башҡарыусылар конкурсы үтте. Башҡортостандың бренд саралары исемлегенә ингән был ваҡиға ҡатнашыусыларға һәм тамашасыларға үткән заман көйҙәре һәм үҙенсәлекле тауыштар менән тулы онотолмаҫлыҡ мәлдәр бүләк итте.
Быйыл конкурсҡа Башҡортостан Республикаһынан ғына түгел, Ырымбур һәм Төмән өлкәләренән, шулай уҡ Тыуған илебеҙҙең баш ҡалаһы – Мәскәү ҡалаһынан 70-тән ашыу һәләтле башҡарыусы һәм ижади коллектив йыйылды. Бәйгеселәрҙең географияһы быға тиклем күҙәтелмәгән сиктәргә тиклем киңәйҙе: конкурс тарихында тәүге тапҡыр үҙ йырҙарын Ҡаҙағстан, Үзбәкстан (Ҡарағалпаҡстан), Ангола һәм Конго башҡарыусылары тәҡдим итте.
Иглин районы Мәҙәниәт йорто солисы Сергей Соловьев конкурстың иң яҡшы башҡарыусыларының береһе тип танылды. Уның сығышы үҙенең ихласлығы һәм оҫталығы менән жюри ағзаларын һәм тамашасыларҙы әсир итте. Ул 2-се дәрәжә лауреат була һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ була.
"Беҙ Сергей Соловьевҡа артабан да ижади уңыштар һәм яңы сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ! Уның һәләте бөтә музыка һөйөүселәрҙе шатландырһын һәм илһамландырһын!”, - тип билдәләнеләр Иглин районы хакимиәтендә.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Иглин районы хакимиәте.