Милли проекттар
3 Сентябрь 2024, 05:30

Ҡарайым, тыңлайым, һоҡланам...

Салауат картиналар галереяһында рәссам Ирина Аникина менән осрашыу үтте. 

Ҡарайым, тыңлайым, һоҡланам...Ҡарайым, тыңлайым, һоҡланам...
Ҡарайым, тыңлайым, һоҡланам...

Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһының картиналар галереяһында "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә күп яҡлы рәссам Ирина Аникина менән ижади осрашыу үтте. Ул – Рәсәй Рәссамдар союзы һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, график, рәссам, ҡул эштәре оҫтаһы, шағир һәм педагог-остаз.

Осрашыу барышында Ирина Аникина үҙенең "Епте үреп" тигән яңы шиғырҙар китабы менән таныштырҙы. Унда ул матур метафораларҙы һәм сағыу образдарҙы файҙаланып, тормош, мөхәббәт һәм ижад хаҡында уйланыуҙары менән уртаҡлаша. Китап – уның ижадын һөйөүселәр өсөн ысынлап матур бүләк.  Авторҙың акварель эштәре буйынса экскурсияһы иҫ киткес рухландырғыс булды. Рәссам һәр эше, уларға һалған хис-тойғолары тураһында һөйләне.

Осрашыу дауамында ҡабатланмаҫ мөхит хөкөм итте. Ҡунаҡтар авторҙы, рәссамды һәм шағирәне иғтибар менән тыңланы.

“Ҡарайым, тыңлайым, һоҡланам, ләззәт алам... Ҡатын-ҡыҙ – һоҡланыу, сер, йомаҡ... Икенсе күргәҙмә осрашыуы булһа ла – тәүге тапҡыр кеүек. Улар менән осрашыуҙар баһалап бөткөһөҙ!” - тип билдәләне осрашыуҙа ҡатнашыусы Наталья Фадеева.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас