“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Иглин районының Пятилетка ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы медицина бинаһы бөтә заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап бирә.
Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Яңы бинала фельдшер, ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау кабинеттары булдырылған.
Халыҡ аҙ йәшәгән тораҡтарға медицина ярҙамын яҡынайтыу – кешеләрҙең тормош шарттарын яҡшыртыуҙа ҙур аҙым. Ауыл ерендә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу - республикала өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы күп тапҡырҙар белдерҙе. ”Беҙ һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыу мәсьәләләрен эҙмә-эҙлекле хәл итергә тырышабыҙ. Был барыһынан да элек тәүге звено – поликлиникалар, ФАП-тар, амбулаториялар”, – тине республика етәксеһе.
ФАП дүрт тораҡ халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Уларҙа 334 кеше йәшәй.
– 1990 йылда төҙөлгән ағас бина урынына яңы заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡалҡып сығыуына бик ҡәнәғәтбеҙ. Яҡшы эшләү өсөн хәҙер бөтә шарттар бар, - ти фельдшер Надежда Шелест.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.