Башҡортостандан Ҡытайға ҡоро һөт экспорты күләме элеккесә юғары кимәлдә ҡала һәм былтырғы күрһәткестәргә тап килә, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың төбәк идаралығынан.
Ҡоро һөттө сит илгә оҙатыу ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") сиктәрендә башҡарыла. Мәҫәлән, 2024 йыл башынан күҙәтеү ведомствоһы һигеҙ партия киптерелгән һөттө тикшергән һәм рәсмиләштергән. Мәләүез һөт-консерва комбинаты оҙатҡан һөт тауарының дөйөм ауырлығы хәҙер 73,8 тоннаға етә. Шуларҙың 19 тоннаһы уҙған аҙнала Ҡытайға юлланды.
Башҡортостандан һөт продукцияһы етештереүсе экспорт сертификатлауын үтте һәм “Цербер” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһының экспортсылар реестрына индерелде.
“Экспортҡа ебәрелгән ҡоро һөт бөтә кәрәкле лаборатория һынауҙарын үтте. Ул импортлаусы илдең бөтә талаптарына ла тап килә”, – тип билдәләнеләр Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығында.
Сағыштырыу өсөн: дөйөм алғанда, 2023 йылда Башҡортостан Ҡытайға 100 тоннанан ашыу эшкәртелгән һөт оҙатҡан.
Фото сығанағы: bashinform.ru