Милли проекттар
6 Сентябрь 2024, 09:05

Бөрйәндә ике ФАП асылды

Милли проектҡа ярашлы, быйылға ниндәй эштәр планлаштырылған?

Бөрйәндә ике ФАП асылдыБөрйәндә ике ФАП асылды
Бөрйәндә ике ФАП асылды

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел Бөрйән районының Мәһәҙей һәм Яңы Мөсәт ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылған. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырылған.

Бөрйән районындағы был яңы биналар заман талаптарына, стандарттарына тулыһынса яуап бирә. Улар халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эш алып барыу өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған. Икеһендә лә фельдшер кабинеты, пациентты ҡарау, процедуралар яһау бүлмәләре, санузел, медикаменттарҙы, йыйыштырыу инвентарҙарын һаҡлау өсөн айырым урын һ.б. бар.  

Фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу – урындағы барлыҡ халыҡ өсөн мөһим ваҡиға. Хәҙер улар медицина ярҙамын тағы ла уңайлыраҡ шарттарҙа аласаҡ. Районда әлеге яңы пункттарҙа пациенттарҙы фельдшерҙар Фәйләрә Ғайсина һәм Илнур Дәүләтшин ҡабул итә.

2024 йылда Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында ете медицина объекты төҙөү, туғыҙында капиталь ремонт эшләү, 130-ҙан ашыу модулле конструкция алыу һәм ҡуйыу, дүрт мең берәмектән күберәк медицина ҡорамалы, 206 автотранспорт алыу планлаштырылған.

Фотолар "Таң" гәзите сайтынан алынды.

Бөрйәндә ике ФАП асылды
Бөрйәндә ике ФАП асылды
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас