Бәләбәй, Нефтекама, Благовещен, Салауат һәм Учалы башланғыстары IX Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары конкурсында еңеү яуланы. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығының федераль грантын йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүгә “Новаторҙар бульвары” (Бәләбәйҙәге бульвар һәм майҙан), “Нефтекама – ваҡыт ҡуласаһы” (Нефтекамалағы Ленин урамындағы аллея), “Урал батыр юлы” (Учалылағы парк) һәм башҡа проекттар аласаҡ.
Йыл һайын республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙамында скверҙар, парктар, йәмәғәт урындары үҙгәртеп ҡорола.
2019 – 2024 йылдарҙа Башҡортостан конкурста ҡатнашыу өсөн 73 ғариза ебәргән, 34 проект еңеүсе тип танылған. Уларҙың һаны буйынса республика ил төбәктәре араһында тәүге өсәү араһына инә.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.