“Экология” милли проекты ярҙамында 2019 йылдың башынан алып Башҡортостан Республикаһында дөйөм 400 миллион һумға 131 берәмек урман янғынын һүндереү һәм урман хужалығы техникаһы, шулай уҡ 573 төр ҡорамал һатып алынған.
Ағымдағы йылда “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә махсус учреждение – Башҡортостан Республикаһының Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәген урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау буйынса саралар комплексын үткәреү өсөн урман янғындарын һүндереү техникаһы менән йыһазландырыуға 39,4 миллион һум бүленгән.
Был аҡсаға һигеҙ берәмек урман янғынын һүндереү техникаһы: янғын цистерналары, йөк автомобилдәре, тулы күсергесле УАЗ автомобилдәре һәм автотағылмалар менән квадроциклдар, шулай уҡ 10 берәмек урман янғынын һүндереү ҡорамалы: юғары баҫымлы ҡулайламалар һәм мобиль янғын резервуарҙары һатып алынды.
Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, алынған техника республиканың урман янғындарын һүндереү станцияларына дежур итеүгә йүнәлтелгән, был республикабыҙҙың йәшел байлығын һаҡлау буйынса бурыстарҙы тағы ла сифатлыраҡ һәм профессиональ яҡтан хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.
Төбәктә урман янғындарын һүндереү бүлексәләрен кәрәкле ҡорамалдар, техника менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар бүленә, сөнки урман янғындарын һүндереү формированиеларының комплектланыуынан яуап биреү тиҙлеге һәм уларҙы бөтөрөү бәйле, тип һөйләне урман ведомствоһы етәксеһе.
– Яңы техника һәм ҡорамалдар Өфө, Салауат, Белорет, Дүртөйлө һәм Әбйәлил райондарында урынлашҡан икенсе һәм өсөнсө типтағы биш урман янғыны станцияһы араһында бүленгән. Һатып алынған техника республикабыҙға тулы норматив комплектҡа сығырға мөмкинлек бирҙе, - тип өҫтәне Марат Шәрәфетдинов.
Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Урман хужалығы министрлығы.