Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Сентябрь , 09:30

Буранғол мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асылды

Хәҙер мәктәп уҡыусыларының ижад, уйлап табыу һәм хеҙмәттәшлек өсөн майҙансығы бар. Ошо үҙәк ярҙамында Буранғол мәктәбе уҡыусылары төрлө яҡлап үҫешә һәм үҙҙәре өсөн яңы мөмкинлектәр аса аласаҡ.

Буранғол мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асылды
Буранғол мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асылды

Әбйәлил районы Буранғол мәктәбендә тантаналы шарттарҙа «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асылды. “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре “Мәғариф”  (национальный проект “Образование”) милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә асыла.

Проект буйынса уҡыу кабинеттарында күп функциялы ҡорамалдар, микроскоптар, химия, физика буйынса тәжрибәләр күрһәтеү өсөн ҡорамалдар, робототехника йыйылмалары, ноутбуктар һәм башҡа бик күп йыһаз ҡуйылған.

Хәҙер мәктәп уҡыусыларының ижад, уйлап табыу һәм хеҙмәттәшлек өсөн майҙансығы бар. Ошо үҙәк ярҙамында Буранғол мәктәбе уҡыусылары төрлө яҡлап үҫешә һәм үҙҙәре өсөн яңы мөмкинлектәр аса аласаҡ.

“Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре сифатлы дөйөм белем биреү өсөн бик әһәмиәтле. Уҡыусыларға һәм педагогтарға  ижади яҡтан үҫешеү, төрлө яҡлап һәләттәрен асыу өсөн мөмкинлектәр булдырыла”, – тип белдерә  Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.

Әле Әбйәлил районында 20 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге эшләй. Уларҙың дүрте – һанлы һәм гуманитар йүнәлештә, ә 16-һы – тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештә.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: “Абзелил”

 

 

Буранғол мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асылды
Буранғол мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: