Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, концерт залын йыһазландырыуға 600 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән. Хәҙер Ағиҙел халҡы һәм ҡунаҡтары төрлө ҡалаларҙағы концерттарҙы ошо вирталь залдан ҡарай ала. Сифатлы тауыш ҡорамалы һәм бик асыҡ күрһәткән экран ярҙамында һәр кем бында үҙен ысын тамаша залында ултырған кеүек хис итә.
Китапхана коллективын виртуаль концерт залы асылыуы менән урындағы хакимиәт вәкилдәре, ойошма етәкселәре, студенттар, уҡыусылар, музыканттар, ҡаланың мәҙәни тормошона битараф булмаған кешеләр ҡотланы.
Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ирек Вәлиев сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Ул ҡала халҡы өсөн ваҡиғаның мөһимлеген билдәләне:
– Мәҙәниәт өлкәһендәге яңы алым ҡала халҡына алыҫҡа йөрөмәйенсә генә симфоник оркестрҙарҙың концерттарын, операларҙы, мюзиклдарҙы һәм Рәсәйҙең алдынғы мәҙәни учреждениеларының әҙәби-музыкаль тамашаларын ҡарап барырға ярҙам итә. Ҡалабыҙ бәләкәй булыу сәбәпле, Ағиҙел тамашасылары өсөн танылған артистарҙың концерттарын күреү – оло шатлыҡ.
Китапхананың әүҙем ҡулланыусыһы, “Ағиҙел шишмәләре” әҙәби берекмәһе ағзаһы Фәүзиә Фәррәхова бала саҡтан классик музыка менән ҡыҙыҡһыныуын һөйләне.
– Ниһайәт, хыялым тормошҡа ашты, виртуаль концерт залы – ҙур концертҡа барыу, тулыһынса музыка донъяһына сумыу өсөн шәп мөмкинлек! – тине ул.
Виртуаль концерт залының тәүге тамашасылары Надежда Надеждина исемендәге “Берёзка” дәүләт академия хореография ансамбленең, Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең һәм Мәскәү филармонияһының академик симфоник оркестры сығыштарын ҡарап, һүрәттең һәм тауыштың сифатын баһалай алды.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.