Милли проекттар
17 Сентябрь 2024, 06:30

Йәштәр айыҡлыҡ яҡлы

Саҡмағош ауылындағы аграр-технологик колледжы студенттары менән сәләмәт тормош алып барыу тураһында әңгәмә үткәрҙе. 

Йәштәр айыҡлыҡ яҡлыЙәштәр айыҡлыҡ яҡлы
Йәштәр айыҡлыҡ яҡлы

“Демография” милли проектының “Йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу” федераль проекты сиктәрендә Саҡмағош районының Саҡмағош ауылында Башҡортостан аграр-технологик колледжы филиалының 1-се курс студенттары өсөн үҙәк биләмә-ара китапханаһы китапханасыһы “Алкоголь тураһында дөрөҫлөк. Йәшәр өсөн белергә” әңгәмәһе үткәргән.

Сарала ҡатнашыусылар насар ғәҙәттәр, йәш организмға алкоголдең зыяны, сәләмәт йәшәү рәүеше хаҡында бик күп файҙалы мәғлүмәт алған, тематик әҙәбиәт тупланмаһы менән танышҡан. Алкоголизмдың сәбәптәре һәм үҙенсәлектәре, эскелекте иҫкәртеүҙең тәьҫирле ысулдары һәм башҡа бик күп мәсьәләләр хаҡында төплө һөйләшеү булған. Студенттар төрлө уйындарҙа һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең белемен күрһәткән. Сара “Алкоголдең организмға зыяны тураһында” видеороликын күрһәтеү менән оҙатылып барҙы.

“Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө – ул йәмғиәткә, айырыуса йәштәргә һаулыҡтың ниндәй ҡиммәтле булыуы тураһында хәтергә төшөрөү мөмкинлеге. Бөгөн уҡыусылар менән айыҡ булыуҙың нимә аңлатҡаны һәм ни өсөн алкоголдең зыянын аңлау, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу һәм спорт менән шөғөлләнеү мөһим икәнлеге тураһында фекер алыштылар. Уҡыусылар үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты, һорауҙар бирҙе. Уларҙың барыһына ла алкоголдең һаулыҡты ғына түгел, яҡындарыбыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе лә ҡаҡшата алыуын, уҡыуға һәм карьера перспективаларына йоғонто яһай алыуын аңлау мөһим ине. Уҡыусылар уларҙың һәр береһе үҙ фекерҙәрен һәм ғәҙәттәрен формалаштырыуға йоғонто яһай алыуын аңлағандыр тип ышанабыҙ”, - тип билдәләне баш китапханасы Гөлназ Бикташева.

Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас