Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Сентябрь , 08:30

Өс меңдән ашыу йәш кеше эшкә урынлаштырылған

Ошо маҡсатҡа ярашлы субсидиялы яллау программаһы тормошҡа ашырыла.

Өс меңдән ашыу йәш кеше эшкә урынлаштырылған
Өс меңдән ашыу йәш кеше эшкә урынлаштырылған

Йыл башынан республиканың 405 эш биреүсеһе ”Демография” милли проектына ярашлы субсидиялы яллау программаһы буйынса өс меңдән ашыу йәш кешене эшкә урынлаштырған. Был хаҡта төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.

Программа граждандарҙың айырым категорияларын эшкә урынлаштырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлек бирә. Улар араһында 30 йәшкә тиклемге эшһеҙ йәштәр ҙә бар. Башҡортостанда (3,6 процент)  йәштәрҙең эшһеҙлеге буйынса күрһәткес илдәгегә (5,5 процент) һәм Волга буйы федераль округына (4,4 процент) ҡарағанда түбәнерәк.

– Субсидиялы яллау программаһы сиктәрендә юридик шәхестәр, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар ярҙамға иҫәп тота ала. Эш биреүсегә эш хаҡы түләүгә сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплайҙар. Компенсация күләме айына 28811 һум тәшкил итәсәк. Был сумма билдәле бер интервал менән өс тапҡыр түләнә. Алты ай эшләгән яңы хеҙмәткәр өсөн (программа буйынса ярҙам ошо тиклем дауам итә) эш биреүсенең 86 мең һумдан ашыу сығымдары ҡапланасаҡ, – тип аңлатты республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Министр һүҙҙәренсә, иң кәрәкле һөнәрҙәр араһында слесарь-электромонтажсы, электр-газ менән иретеп йәбештереүсе, һатыусы, автомобиль водителе, тракторсы, ашнаҡсы бар. Дәғүәселәрҙең 87 проценты эшсе һөнәрҙәр буйынса эшкә, башлыса сәнәғәт предприятиеларына урынлаша.

2023 йылда республиканың мәшғүллек үҙәктәре 3,3 мең кешене эшкә урынлаштырған. Улар башлыса 30 йәшкә тиклемге йәштәр (3,1 мең). 2023 йылда субсидиялы яллау программаһы буйынса эшкә урынлаштырылған граждандар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында икенсе урынды алды.

Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: mintrud.bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: