Милли проекттар
18 Сентябрь 2024, 06:30

Шаҡша күпере ябыла

Подрядсы ойошма был эштәрҙе 2024 йылдың 21 ноябренә тиклем башҡарырға ниәтләй.

Шаҡша күпере ябылаШаҡша күпере ябыла
Шаҡша күпере ябыла

20 октябрҙән Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Шаҡша күпере буйлап хәрәкәт ябыла. Күперҙә яһалма ҡоролманың ике яртыһын тоташтырыу өсөн иретеп йәбештереү эштәре уҙғарыла. Подрядсы ойошма был эштәрҙе 2024 йылдың 21 ноябренә тиклем башҡарырға ниәтләй.

– Күперҙе тулыһынса ябыу – мәжбүри сара. Эш шунда: был эш төрҙәрен башҡарыу өсөн күпер конструкцияһына динамик йоғонтоно бөтөрөргә кәрәк, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Шаҡша һәм Иглин биҫтәләре халҡын транспорт менән тәьмин итеү өсөн күпер ябылған осорҙа автобустар һәм электричкалар хәрәкәтенә төҙәтмәләр индереләсәк. Бынан тыш, Шаҡша күперен урау юлдарҙан урап үтергә мөмкин: М-5 трассаһынан Көнсығыш сығыу юлы аша ҡалаға инеү менән, Нуғай шоссеһы һәм Өфө – Аэропорт трассаһы аша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың июлендә күперҙең уң яғынан хәрәкәтте яңынан ебәрҙеләр. Юл эштәрен башҡарыу өсөн күпер буйлап хәрәкәтте ике аҙнаға ябырға тура килде. Ошо осорҙа күперҙең беренсе сираты буйынса яңы тороҡ ҡаралтылары, 20 тоннанан ашыу ҡаршылыҡ кәртәһе һәм 13 тоннанан ашыу ҡойма ҡуйылған, күпер ҡоролмаһына һәм уға илткән юлға асфальт-бетон япмаһы һалынған. Шулай уҡ күперҙең уң яғында гидроизоляция үткәрҙеләр, горизонталь юл тамғаларын һыҙҙылар һәм тышҡы яҡтыртыуҙы ойошторҙолар.

Күперҙә хәрәкәтте тулыһынса 2024 йылдың аҙағында асыу күҙаллана. Шаҡша күперен капиталь ремонтлау хаҡы ике миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша.

Фото: Юл һәм транспорт министрлығы.

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас