Милли проекттар
19 Сентябрь 2024, 02:30

Ҡаҙағстанға нут борсағы оҙатылды

Башҡортостандың Хәйбулла районындағы элеваторҙан Ҡаҙағстанға 253 тонна нут борсағы – Яҡын Көнсығыш өсөн традицион булған ҡуҙаҡлы культура  оҙатылды.

Ҡаҙағстанға нут борсағы оҙатылдыҠаҙағстанға нут борсағы оҙатылды
Ҡаҙағстанға нут борсағы оҙатылды

Республиканың агросәнәғәт комплексы продукцияһын донъя баҙарына сығарыу Рәсәй Президенты Владимир  Путиндың "май" указдары тарафынан раҫланған  “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект «Международная кооперация и экспорт»)  ярашлы башҡарыла.

“Россельхознадзор”ҙың төбәк идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, был продукцияның 11 партияһынан өлгөләр алынған, улар барыһы ла тейешле лаборатория тикшеренеүе үткән. Уның һөҙөмтәләренә ярашлы, карантинға эләгеүсе хәүефле организмдар асыҡланмаған. Башҡорт борсағы Таможня союзының һәм импортер илдең бөтә талаптарына яуап бирә, тинеләр идаралыҡта.

“Рәсәй Федерацияһының 2030 йылға саҡлы һәм перспективала 2036 йылға тиклемге үҫешенең милли маҡсаттары тураһында”ғы Указға ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға агросәнәғәт продукцияһының жкспортын 2021 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 1,5 тапҡырға арттырырға ҡушты.

Билдәле булыуынса, 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан биләмәһендәге агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме кәмендә  331,7 миллион доллар тип билдәләнгән. Былтыр был тармаҡ продукцияһы донъя баҙарына 328 миллион доллар күләмендә оҙатылғайны.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас