Милли проекттар
21 Сентябрь 2024, 03:30

Сәләмәтлек үҙәгенә әүерелһен

Был амбулатори - һуңғы йылдарҙа районда төҙөлгән туғыҙынсы медицина объекты.

Сәләмәтлек үҙәгенә әүерелһенСәләмәтлек үҙәгенә әүерелһен
Сәләмәтлек үҙәгенә әүерелһен

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ишембай районының Маҡар ауылында яңы модулле табиплыҡ амбулаторияһы асылды.

Амбулатория заманса медицина ҡорамалдары һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Пациенттарҙы ҡабул итеү, терапевт, педиатр, процедура кабинеттары, көндөҙгө стационар, дарыуҙар һаҡлау бүлмәһе бар. Тәүге медицина ярҙамын 12 тораҡ халҡы аласаҡ, был ике меңдән ашыу кеше тигән һүҙ.

– Мин яңы амбулаторияның ауылдаштар өсөн сәләмәтлек үҙәге буласағына өмөтләнәм. Элек халыҡ табипҡа күренеү өсөн әллә күпме ваҡытын әрәм итеп  район үҙәгенә йөрөһә, хәҙер йәшәгән урында медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Яңы бинала сифатлы медицина ярҙамы алыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған, – тине Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ринат Ғәйнетдинов.

Был амбулатория - һуңғы йылдарҙа районда төҙөлгән туғыҙынсы медицина объекты.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: https://voshodnews.ru/news/novosti/2024-09-18/v-sele-makarovo-otkryli-novuyu-ambulatoriyu-3933035 

 

Сәләмәтлек үҙәгенә әүерелһен
Сәләмәтлек үҙәгенә әүерелһен
Сәләмәтлек үҙәгенә әүерелһен
Сәләмәтлек үҙәгенә әүерелһен
Сәләмәтлек үҙәгенә әүерелһен
Сәләмәтлек үҙәгенә әүерелһен
Сәләмәтлек үҙәгенә әүерелһен
Сәләмәтлек үҙәгенә әүерелһен
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас